Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Март , 08:15

Рәхмәт, уҡыусыларым!

Шәмбе көнө Абдул мәктәбе гөр килде.

Рәхмәт, уҡыусыларым!
Рәхмәт, уҡыусыларым!

Мәктәп. Коридор . Шау-шыу.
Гөр килә мәктәп бөгөн.
Берәүҙәр күрешә,
Берәүҙәр дәртләнеп һөйләй һүҙен.
Тап Р.Ниғмәтиҙең шиғырында әйтелгәнсә, уҙған шәмбе,йәғни 21март, Абдул мәктәбе гөр килде. Бында мәктәпте1992-се, 1996-сы һәм 2004-се йылда тамамлаусылар Осрашыу кисәһенә йыйылды. Ни өсөн ошо йылдарҙағы сығарылыш саҡырылды? Был Абдул мәктәбендә 40 йыл эшләү дәүерендә мин класс етәксеһе булған кластар ине. Был сараның инициаторы булараҡ, шулай тәҡдим иткәйнем. Коллектив был тәҡдимгә ҡаршы килмәне. Сығарылыш кластарының осрашыу кисәләре күберәк йәй көнө тәбиғәт ҡосағында ойошторола. Ә Абдул мәктәбендә беҙ был сараның форматын бер аҙ үҙгәртеп, мотлаҡ мәктәптә үткәрергә булдыҡ.
40-50 йәшкә еткән егет-ҡыҙҙарҙың 34,30, 22 йылдан һуң таныш коридор буйлап үтеүе, таныш, әммә бер аҙ үҙгәргән кабинеттарҙы күреүе күнелдәрҙә бер аҙ һағыш уятты,хәтирәләр иленә алып китте .
Ҡунаҡтарҙы ҡаршылағас, мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Иң тулҡынландырғаны, моғайын, үҙең уҡыған класты күреү, һәр сығарылыш уҡыусыларына үҙ класының мәктәп альбомдарын ҡарау ине. Ә мәктәп йылдары тураһында видеопрезентация бала саҡ иленә сәйәхәт булды.

...Ер ҡарҙан асылған ваҡыт,
Марттың йылы иртәһе.
Төнөм керпек ҡаҡмай уҙҙы,
Иртүк сығып китәһе.
Барыр юлым йыраҡ түгел,
Ярты көндә үтәһе.
Тик йөрәгем ниҙер даулай,
Юҡтыр шауы бөтәһе.
Ҡайҙа барам, йәшлегемә
Ара шулай яҡынмы?
Ҡыҙарып ҡояш сыҡҡанмы,
Әллә йөрәк ялҡынмы?
Ә арала тиҫтә йылдар,
Һиҙелмәй ҙә үткәнме?
Үҫмер сағым минән алда
Әллә ҡайтып киткәнме?
Килеп ингәс ни тейерҙәр?
Ҡартайғанһың, тиһәләр?
Нисә йылдар йәшереп йөрөткән
Һағышымды белһәләр.
Юк, мин ниҙән ҡурҡам,
Йәшлегемә ҡайтып барам бит!
Мәктәптең татар теле уҡытыусыһы Э. М. Рәжәпова һөйләгэн ошондай шиғыр юлдары менән башланып китте байрам.
Сараның тантаналы өлөшө бик йәнле, күңелле барҙы. 4 сәғәт ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Мәктәп йылдарындағы фәһемле, тормошсан һабаҡтар, ҡыҙыҡлы, файҙалы дәрестәр, онотолмаҫ саралар - барыһы ла иҫкә алынды, элекке уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең йылы тәьҫораттары менән бүлеште. Һәм , әлбиттә, үҙҙәренең уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Мәктәпкә, класс етәксеһенә , шулай уҡ элекке уҡытыусыларына матур бүләктәр тапшырҙылар,сәскәләргә күмделәр. Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ уҡыусыларымдың башҡорт теле кабинетына бүләк эшләүе минең өсөн бигерәк тә һөйөнөслө ине. Рәхмәт, уҡыусыларым! « Беҙҙең Абдул мәктәбендә көслө уҡытыусылар эшләне. Тәртип, тәрбиә эше һәр саҡ юғары кимәлдә булды.Ошо традицияларҙың эле лә дауам ителеүен ,сараның бик юғары кимәлдә ойошторолоуын күреп быға тағын бер тапҡыр инандыҡ,» -тип баһа бирҙе ҡунаҡтар. Шуға күрә лә элекке уҡыусыларыбыҙ тормошта ла һынатмай. Күптәре оло хөрмәткә лайыҡ шәхестәр булып танылды. «Абдул мәктәбендә механизаторҙар курсы асылғас, мин физкультура училищеһына уҡырға ингән ерҙән документтарымды кире алып, Абдулға уҡырға килдем. Мәктәптәге уҡыу-тәрбиә эшенең юғары кимәлдә ойошторолоуына һоҡландым, тырышып уҡыным. Һәм бер ҙә укенмәнем,»- тип сығыш яһаусы уҡыусыларыбыҙ ҙа булды. « Коллективтың берҙәм булыуы, эште еренә еткереп сифатлы башҡара белеүегеҙ әллә ҡайҙан күҙгә салына, һоҡландыра. Һеҙҙең коллектив ҡайһы мәктәптә эшләһә лә уныштарға өлгәшер ине,»- тигән һүҙҙәрҙе ишетеү беҙҙең өсөн ҙур баһа ине. Абдул мәктәбенең күп кенә уҡыусыларының төрлө ҡала мәктәптәрендэ уҡытыусы булып, теүәл фәндәр буйынса төрлө тармаҡтарҙа кәрәкле белгестәр, ил буйынса төрлө ҡалаларҙа врач, һәр ҡайҙа яуаплы урындарҙа, ауыл хужалығында ла һынатмай эшләп йөрөүҙәре ошо алдағы һүҙҙәргә дәлил булып тора. "Һеҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ", - тип йомғаҡланылар үҙҙәренең сығыштарын элекке уҡыусылар. Матур байрамды бергәләп "Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары", "Уҡытыусыма" йырҙары менән тамамланык.
Байрам үҙ маҡсатына иреште тип уйлайым.Фәһемле был сара һәр беребеҙҙең күңелен байытып, уйландырып, йәштәргә ҡанаттар ҡуйып, офоҡтарын киңәйтеп ебәрҙе. Мәктәбебеҙ киләсәктә лә йәшәр, эшләр, тағын да ҙур уңыштарға өлгәшер тигән ышаныс уятты.

Ғәзимә Аҙнабаева, Абдул ауылы. 

Автор:
Читайте нас