Йыр-моңға ғашиҡ балалар бик күп бында. Конкурста ҡатнашыусылар һаны ла етәрлек. Балалар менән бер рәттән гимназия уҡытыусылары ла ихлас ҡатнашалар бәйгелә. Мәҫәлән: рәсем һәм хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Рәзилә Миҙхәт ҡыҙы Фәйзуллина, физкультура уҡытыусыһы Рим Риф улы Вәлимөхәмәтов. Бындай күркәм саранан гимназияла тәрбиәләнеүсе балаларҙың ата-әсәләре лә ситтә ҡалманы.
Конкурсҡа тәҡдим ителгән һәр бер сығыш үҙенсәлекле, эстәлекле һәм күңелгә ятышлы ине. Барлыҡ конкурсанттарға жюри ағзалары гимназия директоры Түләгәнова Әнисә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академияһы театры актрисаһы Исмәғилова Гөлмирә, РПЛИ-ның музыка уҡытыусыһы Рафиҡов Йәмил, “Кумертауское время” гәзите корреспонденты Тазетдинов Илнур, уҡыу йортоноң уҡыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Исмәғилова Рәзилә конкурсанттарға лайыҡлы баһа бирҙе...
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.