Мәғариф
27 Март , 02:57

Һау бул, Əлифба!

Мөхәмәт Исҡужин исемендәге Прогимназияның беренсе класс уҡыусылары иң беренсе белемгә юл асыусы, серҙəр һарайына тəүге асҡыс биреүсе, иң тәүге китап Əлифба менән хушлашыу байрамын үткәрҙе.

Һау бул, Əлифба!Һау бул, Əлифба!
Һау бул, Əлифба!

Əле 1 сентябрь иртәһендә генә мəктəп тупһаһынан тəүге тапҡыр атлап кергән бəлəкəй дуҫтарыбыҙ бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итəлəр.
Уҡыусылар башҡортса шиғырҙар һөйлəйҙəр, йырҙар йырлайҙар, ихлас "Ҡурай" бейеүен дə бейергə өйрəнделəр. Улар сəмле, аҡыллы,отҡор, зирәктәр.
Балаларҙың əлифбаны тырышып үҙлəштереүендə ата-әсәйҙəрҙең дə өлөшө бик ҙур! Һеҙ ҙә, хөрмәтле ата-әсәләр, улар менән өр-яңынан башлап тағы бер ҡат əлифбаны уҡып сыҡтығыҙ. Уҡыуҙы,энə менән ҡойо ҡаҙыу,тиҙәр. Тимәк, беҙ һеҙҙең менән бик ҙур эш башҡарғанбыҙ.

Лилиә Әлибаева, 1 А класс уҡыусыһы

Автор:
Читайте нас