

Балалар кисә Яҡут китапханаһына ысын мөғжизәле илгә килеп кергәндәй хис иттеләр үҙҙәрен;
Ниндәй матур!- тип килеп кергәс тә ҡыуаныстарын йәшермәй әйткәндәре күңелгә йылылыҡ өҫтәне.
Эйе...Бәләкәй генә балаларҙың, шулай ихлас күңелдән килеп кереүҙәре, матурлыҡты күрә белеүҙәре йөрәккә дәрт илаһи бер тыныслыҡ өҫтәп ҡуя.
Китапханала бөгөн байрам, балалар китабы аҙнаһының асылыу тантанаһы!
Китап донъяһы байрам төҫөн алған бөгөн,
шиғырҙа яҙылғанса;
Өйөнә кергәс китаптың,
Ал һин уны кулыңа.
Һөйләшер ул һинең менән,
Бар донъя тураһында.
Китаптарҙың да бит кешеләрҙеке һымаҡ байрамдары була, был байрам шулай уҡ китап яратып уҡығандарҙың да байрамы.
Алыҫ һуғыш йылдарын иҫкә төшөрәйек;
1943 йыл 26 март. Мәскәү. Кремль.
Ас яланғас фронтовиктарҙың балалары колонный залға йыйыла.
Был байрамды ойоштороусы рус яҙыусыһы Лев Кассиль балаларҙы ҡаршы алып, балалар янында хәрби кейемдә сығыш яһай.
Сәхнәлә оҙон һуҙылып киткән өҫтәл янында балаларҙың иң яратҡан яҙыусылары, К. Чуковский, С. Маршак, А. Фадеев, А Барто. ( әйтеп үтергә кәрәк, ошо яҙыусыларҙың китаптары әлеге ваҡытта ла бик яратып уҡыла)
Яҙыусылар балаларға китаптың нисек килеп сығыуы тураһында, төрлө- төрлө шиғыр әкиәт, хикәйәләрен уҡып ишеттерәләр. Бөтә килгән балаларға байрам бүләге итеп китап таратыла.
Бер ҡыуаныста күрмәгән һуғыш балаларарына, ысын мәғәнәһендә ҡыуаныслы хәл була. Был байрам сараһы яҙыусыларға шундай дәрт өҫтәй, ошо осрашыуҙан илһам алып, яңынан-яңы яңы әҫәрҙәр ижад итәләр, улар араһында;
Л. Пантелеевтың " Честные слово",
В. Кавериндың "Два капитана", В. Катаевтың "Сын полка".
Быйылғы китапхана аҙнаһының акцияһы, Халыҡ берҙәмлеге көнөнә арналған!
Ошо берҙәмлек йылын ихтирам итеп, балалар башҡорт һәм рус телендә китаптар уҡынылар;
Зәйнәб Биишеваның Бөйөк
ҡобайыры, Бата теләк ҡобайырҙары! Бик ҙур мәғәнәгә эйә;
Байрамдарҙың бөгөн байрамы
Теләк әйтеү- йола талабы.
Изге теләк һүҙҙең ағаһы,
Бата теләк- һүҙҙең баһаһы.
Ошо ҡобайырҙарҙы өр яңынан иҫкә алдыҡ.
Бына шулай ҙурланык беҙ башҡорт, рус яҙыусыларын.
Башта уҡ әйткән инем, бер- бер артлы байрамдар килә- тип.
1- апрель талантлы яҙыусы Чуковскийҙың тыуған көнө, ҡайһы ғына бала уның "Урланған ҡояш" исемле әҫәрен яратып уҡымай икән!
Ошо әкиәт бөгөн саф башҡорт телендә яңғыраны.
2- апрель, дат яҙыусыһы Андерсындың тыуған көнө!
Итексе ғаиләһендә тыуған был яҙыусы, ярлылыҡ арҡаһында йүнле белем ала алмаған малайҙың, йөҙҙән ашыу әкиәт ижад итеп танылыуында ҙур мәғәнә ята.
Ганска атаһы бәләкәй сағынан халыҡ ижадынан оҙон- оҙон әкиәттәр һөйләр булған. Бәләкәйҙән шиғриәткә матур- матур йырҙарға һөйөү тәрбиәләгән.
Ошо яҙыусының әкиәттәрен уҡып күпме быуын балалар үҫте, Туң йөрәкле ҡар батшабикәһе, ҡурҡыу белмәҫ бәләкәй Герда, ҡулдарын саҡтыра- саҡтыра ағайҙарына күлдәк теккән Элизаны. Курғаш һалдатты кем белмәҫ, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тирбәтеүгә эйә был әкиәттәр.
Йылдан- йыл ата- әсәләр баланы китапҡа ылыҡтырыуҙың мөһим икәнен аңлайҙар, шуныһ ҡыуныслы.
Тик баланы китап уҡырға өйрәтер өсөн үҙең бергә ултырып уҡыр кәрәк, шунда ғына бала ҡулына китап ала башлай, бөгөнгө викториналарға яуап биргәндә, "Күңел нуры" ағзалары менән ярышып балалар, оло быуын уҡыусыларының күпкә көслө икәндәрен аңланылар.
Китаптың тыуған көнө ысын байрам булды, балалар тәмлекәстәр менән һыйландылар.
Балалар менән каникулда ныҡ тырышып уҡырбыҙ- тип һүҙ бирешеп таралыштыҡ.
Яҙыусы С. Маршак әйтмешләй;
Ошо китап аҙнаһы
Апрелгә тиклем барһын
Китап уҡыған халыҡ
Яратығыҙ уны йыл буйы!
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.