Мәғариф
24 Апреля , 09:36

Ете делегат араһында беҙҙең директор ҙа бар

20-21 апрелдә Волга буйы Федераль округында округ кәңәшмәһе уҙҙы.

Ете делегат араһында беҙҙең директор ҙа барЕте делегат араһында беҙҙең директор ҙа бар
Ете делегат араһында беҙҙең директор ҙа бар

Федераль округтың 14 субъектынан мәғариф системаһы вәкилдәре Саранск ҡалаһының 15-се «Бейеклек» мәғариф үҙәге майҙансығында йыйылды. Ике көн дауамында идара итеү командалары рәсәй мәғарифының көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе.
Сараны Рәсәй Мәғариф Министрлығы инициативаһы буйынса В. С. Леднева исемендәге ИСМО ойошторҙо. Ошо сарала Башҡортостан Республикаһынан 7 делегаттан торған команда сығыш яһаны. Башҡортостан республикаһы мәғариф министрлығы, Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты, Өфө ҡалаһы, Аҡмулла университеты вәкилдәре, шулай уҡ мәктәп директорҙары ҡатнашты.
Ошо 7 делегат араһында Республика политехник лицей-интернат директоры Сабанчин Венер Ришат улы ла булды. Ул кәңәшмәнән ыңғай тәьҫораттар алып, тәжрибә туплап, ҡанатланып ҡайтты.
Гөлназ Искәндәрова, РПЛИ-ның Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Автор:
Читайте нас