Мәғариф
16 Мая , 02:43

Балаларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ иҫтәлекле ваҡиға булып ҡалды!

Һаумыһығыҙ, ошо рәхмәтте гәзит биттәренә баҫтырып сығарһағыҙ ине! Рәхмәт ҙур итеп һеҙгә!

Балаларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ иҫтәлекле ваҡиға булып ҡалды!Балаларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ иҫтәлекле ваҡиға булып ҡалды!
Балаларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ иҫтәлекле ваҡиға булып ҡалды!

Хөрмәтле редакция!
Һеҙҙең гәзит аша М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡортостан Республикаһының гимназия интернатының 7 "В" класс уҡыусыларының ата-әсәләре исеменән гимназия директоры Түләгәнова Әнисә Сәғит ҡыҙына, класс етәкселәре Кинйәғолов Рөстәм Әхтәм улына, автобустың шоферы Сынбулатов Алик Зөфәр улына, тәрбиәселәре Кейекбаева Айгөл Рөстәм ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдергебеҙ килә. Сөнки 14 май көндө беҙҙең балаларыбыҙ Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районында урынлашҡан данлыҡлы "Луна" пейзаж паркына мауыҡтырғыс сәйәхәткә барып ҡайттылар. Сәйәхәт бик эстәлекле,ҡыҙыҡлы, күңелле булды һәм рәхәтләнеп саф һауала ял иттеләр! Балаларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ иҫтәлекле ваҡиға булып ҡалды! Беҙҙең балаларыбыҙҙың күңелдәрен күргәнегеҙ өсөн һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һәм һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтле ғүмер теләйбеҙ! Гимназия балаларының шулай иҫтәлекле ваҡиғалары күп булһын тигән теләктә ҡалабыҙ!

Ғәлиә Ғайсина. 

Автор:
Читайте нас