

Һаумыһығыҙ!
Физкультура уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәфүр Ҡуҙбаев иҫтәлегенә арналған Спартакиаданың еңеүселәре Бөйөк Еңеү көнөндә билдәле булды.
Төйлөгән районы Аллабирҙе дөйөм белем биреү мәктәбендә Спартакиада 2014 йылдан башлап уҙғарыла. Малайҙар һәм ҡыҙҙар күсмә кубок өсөн үҙ аллы әҙерләнәләр. Спортта еңеү өсөн көн һайын физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнеү генә һөҙөмтәле була. Ярыш көсөргәнешле бара. Ветерандың кесе ҡыҙы Эльвира Туҡаева - спонсор. Еңеүсе һәм призерҙар миҙал һәм футболка менән бүләкләнә, беренсе урындар алған уҡыусыларға Спарткиаданың күсмә кубогы тапшырыла. Ҡыҙҙар араһында алтынсы кластан Роксана Хисамова өсөнсө йыл кубок эйәһе булды. Малайҙарҙан - 7-се класс Нияз Ҡаҙбиков кубок алды. 2-се урында - 8-се кластан Залина Хисамова һәм 6-сы кластан Дамир Ҡаҙбиков, 3-сө урынды - 4-се класс Әлисә Хисматуллина һәм малайҙарҙан 8-се кластан Әлмир Ғинийәтов яуланы.
Мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Зиннур Вәдит улы Ҡуҙбаев уҡыусыларҙың хеҙмәтен физкультура нормативы буйынса билдәләне. Мәктәп уҡыусылары өсөн был Спартакиада спорт менән шөғөлләнеүгә ҙур этәргес булып тора.
Сания Кузбаева, Ырымбур өлкәһе, Аллабирҙе ауылы.