

Сиктең теге яғында ҡалған милләттәштәр тураһында ҡайғыртыуы булды апайыбыҙҙың. Шағирә әйтмәһә лә беҙҙең аралар күптән эҫенешеп бөткән, Күмертау –Аллабирҙе юлын һыуытҡан юҡ. Үҙебеҙ барабыҙ, бара алмаһаҡ, ике аралағы күперҙең ныҡлығын һаҡлаусы кешебеҙ бар. Сания апай Ҡузбаева.
«Юшатыр» гәзитенең даими авторы, Аллабирҙелә, Мәҡсүттә (Дәүләтҡол) ниндәй хәлдәр бар, барыһын, түкмәй-сәсмәй еткереп, яҙып тора. Милләт әсәһе тигән исемде, оҙаҡҡа һуҙмай, уға бирергә кәрәк. Милләт һағында тороусы апай ул, ауыл бөтмәһен, мәктәп ябылмаһын тип йән атыуы (бер саҡ Күмертауҙан интернатҡа уҡыусы эҙләп килгәндәрендә, тегеләрҙе әрләп тигәндәй ҡайтарҙы: йөрөмәгеҙ, балалар үҙебеҙҙән артмай), үҙенең мәктәбе балаларының ситтә йәшәһә лә, улар хаҡында гел ғорурланып һөйләүе...
Кисә М. Исҡужин исемендәге прогимназияла ул да булды. Ике ейәнсәрен ҡосаҡлап туя алманы, янында улы, килене. Беҙ ҙә Сания апайыбыҙҙы ҡосаҡланыҡ, сәскә бүләк иттек, байрам менән ҡотланыҡ. Ул беҙҙе, беҙ уны маҡтаныҡ. Ике аралағы бәйләнештәрҙең барлығына, ныҡлығына шатландыҡ – әл дә һеҙ бар, апай, юғиһә, Ырымбур, Төйлөгәндән беҙҙең тарафтарға (Күмертау, Көйөргәҙе) илткән күпер түгел, серек баҫма ла булмаҫ ине.