Мәғариф
26 Мая , 09:11

Йәшлектең онотолмаҫ мәле

Илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә "Һуңғы ҡыңғырау" тантаналары уҙҙы. М. Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө һанлы БРГИла 9сы һәм 11се класс уҡыусылары өсөн матур байрам ойошторолдо.

Йәшлектең онотолмаҫ мәлеЙәшлектең онотолмаҫ мәле
Йәшлектең онотолмаҫ мәле

Байрамды гимназия директоры Әнисә Сәғит ҡыҙы Түләгәнова асып ебәрҙе. Ул уҡыусыларҙы, мәктәп коллективын, ата-әсәләрҙе, килгән ҡунаҡтарҙы байрам менән тәбрикләне. Иң изге теләктәрен еткереп, сығарылыш уҡыусыларына имтихандарҙы уңышлы тапшырыуҙарын теләне. Уҡыу йылына һөҙөмтәләря яһалды һәм Кинйә Арыҫланов исемендәге премияға математика уҡытыусыһы Ләйсән Вәкил ҡыҙы Зәйнәғәбдинова, 11 А класы уҡыусыһы Карина Ринат ҡыҙы Сабирова лайыҡ булдылар. Ә Солтанғолов Ғәфүр махсус премия менән бүләкләнде. Килгән ҡунаҡтар, атай – әсәйҙәр уҡыусыларҡға тик изге теләктәрен еткерҙеләр.
Артабан һүҙ байрамдың төп сәбәпселәренә бирелде. Улар етди булырға тырышалар, ҡаушайҙар, тулҡынланалар. Бик күп йылы һүҙҙәр, моңло йырҙар еткерелде уҡытыусыларға, гимназия коллективы һәм хакимиәтенә, ата-әсәйҙәргә.
Быйыл 80 бала 9сы класты һәм 41 бала 11се класты тамамлай гимназияла. Ә байрамдың иң тулҡынландырғаны, матур өлөшө - мәктәп вальсы булды. Ап-аҡ алъяпҡыслы, сәстәрендэ аҡ таҫмалы ҡыҙҙар, костюмдарҙағы егеттәр моңло көйгә, ғүмерҙәрендә башҡа ҡабатланмаҫ мәктәп вальсында әйләнделәр.
Еҙ ҡыңғырау сыңы һеҙҙе, сығарылыш уҡыусылары, мәктәптең ғәмһеҙ биттәрен ябып, үҙ аллы тормошҡа, яңы офоҡтарға саҡырһын. Аҡ юл, яңы үрҙәр һеҙгә!

Автор:
Читайте нас