Улар үҙҙәрен быйыл тик яҡшы яҡтан күрһәттеләр. Төрлө ижади конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып барҙылар. Гагарин олимпиадаһының Республика этабында ҡатнашып, бик яҡшы һөҙөмтәгә эйә булдылар һәм "Иң яҡшы класс" номинацияһы менән бүләкләнделәр. Сафия менән Наилә Башҡортостан призеры исеменә лайыҡ булып прогимназия данын бөтә Башҡортостанға яңғыратты. Уҡыусыларҙың һәр береһен маҡтап һөйләһәң. хата булмаҫ. Уҡыусыларҙың барлыҡ уңыштарында уҡытыусы төп роль уйнай. Лилиә Мөхәрәм ҡыҙы үҙенең уҡыусылары өсөн күңел йылыһын йәлләмәй. Һәр дәресте ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп үткәрергә тырыша. Уҡыусыларҙы үҙ балаларындай хәстәрләй. Ошо прогимназияға улымды биргәнемә үкенмәйем. Алдан ҡурҡыу булһа ла башҡорт телен белмәй нисек уҡыр тип. Хәҙер берҙә үкенмәйем. Шатырлатып башҡорт телендә уҡый, башҡортса йырлай. Уҡытыусыбыҙға рәхмәтлемен. Шуның өсөн балам башҡортса белмәй тип, башҡорт мәктәптәренә бирмәй ҡурҡып ултырмағыҙ.
Лилиә Мухарамовна гел ошолай итеп әйтә:
Өс таған таймаҫ тайһа ла аумаҫ.
Уҡытыусы, бала, ата-әсә берҙәм, дәррәү, кəңəшлəшеп эшлəргə тырышабыҙ.
Алина Дәминева.



