

Балалар иртәлектә үҙҙәренең баҡсала алған белемдәрен күрһәтеп, ата-әсәләрҙе ҡыуандырҙылар, дәртле бейеүҙәре, йырҙары, шиғырҙары менән һәр кемдең күңелен арбанылар.
Сараны йәмләп, Урал батыр менән Һомай персонаждары килеүе - үҙе бер матур күренеш булды. Улар балалар менән бергә уйнап, бейеп, матур теләктәрен теләнеләр.
Ата-әсәләр балаларҙы ҡотлап, иң изге теләктәрен әйттеләр һәм бүләктәрен бирҙеләр. Тәрбиәселәренә бағышлап, матур йыр бүләк иттеләр.
Прогимназия етәксеһе Ғәббәсова Лена Дим ҡыҙы балалар баҡсаһы тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә Рәхмәт хаты, тәрбиәләнеүселәргә Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
Ҡәҙерле балаларыбыҙға мәктәп тормошонда тик уңыштар ғына теләйбеҙ! Аҡ юл һеҙгә, балалар!