Мәғариф
2 Июня , 02:35

Һәр дәресе байрам булды

Күмертау ҡалаһының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында сығарылыш балынан һуң ата-әсәләр алдында балаларын ниндәй мәктәпкә уҡырға бирергә тигән һорау тыуҙы, күптәр әлбиттә гимназияны һайланы, сөнки унда сифатлы белем алыу һәм төрлө яҡлап үҫешеү өсөн мөмкинлектәр күберәк, тип һанайҙар. Тап ошо һорау беҙҙең ғаилә алдына ла килеп баҫҡас, беҙгә ярҙамға ҡасандыр 10-сы мәктәптә уҡыған олатайым Рафиҡ Ғибәҙрахман улы Әминев килде.

Һәр дәресе байрам булдыҺәр дәресе байрам булды
Һәр дәресе байрам булды

Ул уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, мәктәптең уңыштары, ҡаҙаныштары тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне һәм уңыштың ниндәй мәктәптә уҡыуҙан түгел, ә уҡыусының теләгенән, уның белемгә ынтылышынан һәм өлгөлө тәртибенән тороуы тураһында аҡыллы кәңәш бирҙе. Белем юлында мине тәүге, яратҡан уҡытыусым Лилиә Хәсән ҡыҙы Байғужина ҡаршы алды. Бөгөнгө көндә лә күҙ алдында уның ихлас йылмайыуы тора, ул беҙҙе, буласаҡ беренсе класс уҡыусыларын, белем көнөндә мәктәп тупһаһында ҡаршы алды, мәктәп буйлап экскурсия үткәрҙе, дәрестәр үтәсәк кабинетыбыҙ менән таныштырҙы.
Лилиә Хәсән ҡыҙы - үҙ һөнәрен һәм уҡыусыларын ихластан яратҡан педагог ҡына түгел, һөйкөмлө, мөләйем, бик изге күңелле кеше лә ул. Беҙгә белем биргәндә класс алдында үҙен ышаныслы тотоуы, уҡыусылар менән уртаҡ тел таба белеүе, иң ауыр темаларҙы ла аңлайышлы, ябай, асыҡ, тыныс тауыш менән һөйләүе, уйларға, фекерләргә һәм текстарҙы анализларға өйрәтеүе менән һоҡландырҙы. Бер ҡасан да уҡыусыларына тауышын күтәрмәй, уларҙың фекерҙәрен иҫәпкә ала һәм һәр уңышына ихласлап шатлана белә ул. Беҙҙе дәфтәр биттәрендә тәүге хәрефтәрҙе яҙырға, һүҙҙәр һәм һөйләмдәр төҙөргә, ижектәр буйынса бәләкәй һөйләмдәрҙе, артабан текстарҙы уҡырға, шиғырҙарҙы тасури уҡырға, яттан һөйләргә, һандар менән дуҫлашырға өйрәтте. Уҡытыусыбыҙҙың ҡултамғаһы ҡуйылған көндәлектәрҙәге тәүге шәп баһаларға шул тиклем шатлана инек, беҙҙән нығыраҡ был баһаларға ата-әсәйҙәребеҙ шатланды, сөнки беҙҙең көндәлектәр тырыш хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәләре ине.
Остазыбыҙҙың һәр дәресе беҙгә таныш булмаған тирә-яҡ донъяның серен асыу ғына түгел, ә тотош бер байрамға әйләнә ине. Лилиә Хәсән ҡыҙы беҙҙе белем баҫҡыстары буйлап ышаныслы етәкләүҙән тыш, уҡыусыларын тәртипкә әйҙәне. Өйҙә, урамда үҙ-үҙеңде тотоу нормаларына, бер-береңә, кеселәргә һәм өлкән быуын кешеләренә ихтирамлы мөнәсәбәттә булырға, юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә, көн режимын үтәргә, сәләмәт тормош алып барырға, таныш булмаған кешеләр менән нисек аралашырға өйрәтте.
Ә ул үткәргән кластан тыш саралар, шул тиклем йөкмәткеле, матур булып хәтерҙә һаҡлана. Уҡыусылары киләсәктә йәмғиәтебеҙҙең файҙалы кешеләре, ил патриоттары булһын өсөн, беҙгә бөтә көсөн, белемен һәм энергияһын, йәнен һәм йөрәген һалды ул яратҡан уҡытыусым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләбеҙ менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп китеүебеҙ арҡаһында беҙҙең юлдарыбыҙ айырылды. Шуға ҡарамаҫтан, һеҙ минең өсөн мәңгегә тәүге, яратҡан уҡытыусым булып ҡалыуығыҙ менән ғорурланам һәм шатланам. Һеҙҙең ҡанат аҫтында уҡыған йылдарымда биргән сифатлы белемегеҙ өсөн рәхмәт, улар яңы мәктәптә лә раҫланды. Һеҙ ысын педагог, талантлы һәм булдыҡлы уҡытыусы.
Тиҙҙән 4-се класс уҡыусылары өсөн сығарылыш кисәһе уҙасаҡ, беҙ башланғыс класс баҫҡыстарынан күтәрелеп, юғарыға, өлкән кластар баҫҡысына күсәбеҙ. Ошо байрам көнөндә Лилиә Хәсән ҡыҙына баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә һәм уға һаулыҡ, бәхет, аҡыллы, тәрбиәле уҡыусылар һәм ижади уңыштар теләйем! Һеҙҙең белемегеҙ һәм тормош дәрестәрегеҙ һәр ваҡыт хәтеремдә ҡаласаҡ.
Йәсминә ЯЛАЕВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 31-се урта белем биреү мәктәбенең 4 класс уҡыусыһы

Автор:
Читайте нас