

Быйыл беҙҙең балалар М.Исҡужин исемендәге Прогимназияның башланғыс кластарын уҡып бөттөләр. Хәҙер улар 5 класҡа барасаҡтар. Дүрт йыл буйы беҙҙең балаларыбыҙҙы класс етәкселәре Тамара Әлиева үҙ ҡанаты аҫтында һаҡлап, яҡлап йөрөттө. Балаларыбыҙ төрлө конкурстаҙа ҡатнашып үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәттеләр. “Һаумы, һаумы әкиәт” бәйгеһендә Азалия, Камилла ҡыҙҙарыбыҙ 2-се урын алһа, ә класс төркөмөбөҙ, ошо уҡ конкурста, 3-сө урын яуланы. Шулай уҡ республика күләмендә үткән эҙләнеү эштәре буйынсағы ярышта Эльвина, Камилла, Зарина һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды. Спорт буйынса ла беҙҙең кластың балалары шәптәр! Улар ҡала буйынса үткән саңғы, футбол, йүгереү ярыштарында 2-се урынды яуланылар. Нурисламыбыҙ республика күләмендә физкультура буйынса призер! Ҡалала иншалар буйынса конкурса ҡатнашып Эльвина, Нурислам 1-се урынды яулап ҡыуандырҙылар. Муниципаль күләмендәге Гагарин кубогы олимпидаһында ла беҙҙең кластан рус теленән Эльвина, Дарина, тирә-яҡты өйрәнеү фәненән
Тамерлан, Эльвина, физкультуранан Камилла, математикана Зарина, Артем призерҙар булдылар. Республикала үткән Урал батыр бәйгеһендә лә ҡыҙҙарыбыҙ дипломдар менән бүләкләнделәр.
Класыбыҙҙа 26 бала,шуларҙың өсәүе отличник, 14 бала тик “4”-ле һәм “5” билдәләренә генә уҡыйҙар, улар мәктәптә булған һәр сарала әүҙем ҡатнаштылар. Ошондай татыу, берҙәм коллектив тупланған класс етәксебеҙ Тамара Рәкит ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Балаларыбыҙҙы үҙ телдәрен яратыусылар, башҡорт рухлы итеп тәрбиәләүҙә күп көс һалды ул. Һеҙҙең биргән белемегеҙ, тәрбиәгеҙ өсөн, күңел йылылығығыҙ ҙур рәхмәт уҡытыусыбыҙға!
Хөрмәтле Тамара Рәкит ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Уға еңел булмаған эшендә уңыштар, ғаиләһендә именлек, сәләмәтлек теләп, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Хөрмәт менән М.Исҡужин исемендәге Прогимназияның 4Б класы уҡыусылары ата-әсәләре исеменән Наилә КҮҘБАЕВА