

Барыһы ла тәртиптә, бөтәһе лә әҙер. Йәй көндәрендә апалары ошонан ҡайтмай тиерлек тырышты - балалар килеүгә барыһы ла ялт итеп торорға тейеш, уҡыусы мәктәпкә үҙен көсләп түгел, ә ашҡынып килергә тейеш.
Бөтәһе быйыл был ауыл мәктәбендә ҡырҡҡа яҡын уҡыусы белем аласаҡ. Мәктәптең филиалы ла бар, Ҡаҙарма мәктәбе. Унда ла быйыл беренсегә барған балалар бар, мәктәптәре әле эшләй, юғиһә, аҙаҡҡы көндәрҙә Кинйәбай ауылы мәктәбен ябып ҡуялар тип ҡоттар осҡайны.