

Иҫең китер: бәләкәй генә бер уҡыу йорто, ә мәртәбәһе ҡалай! Тағы ла әллә нисә мәктәпкә етерелек. Бында белем алған баланы ла йыраҡтан уҡ танып була: был сабый мотлаҡ итәғәтле, тәрбиәле булыр, туған телен белер.
Кескәй генә коллектив, уҡыусылар һаны ла күп түгел, тап бына ошоноһо ла малай-ҡыҙҙарға ыңғай йоғонто яһайҙыр - улар күмәк араһында юғалып ҡалмай, һәр береһенә индивидуаль ҡараш, һәр береһе иғтибар үҙәгендә.
Педагогтар тураһында тиҙ генә, ҡыҫҡа ғына итеп һөйләп булмай, хәйер, уларҙы күптәребеҙ былай ҙа белә: һәр бер уҡытыусыға Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй кимәлендәге бөтөн наградаларҙы тотторорға мөмкин. Лайыҡлылар.
Кем дә кем үҙенең улы-ҡыҙының ысын шәхес булып үҫеүен теләй һәм уның яҙмышына битараф түгел, шул ата-әсә балаҡайын М. Исҡужин исемендәге прогимназияға алып килһен. Үкенмәҫ кенә түгел, аҙаҡ уҡытыусларҙы ла, үҙен дә маҡтап йөрөр - ярар әле, башым етеп, баламды ошонда алып килгәнмен.