

Беренсегә ете сабый килде, уҡыуслыар һаны һәммәһе - 85. Балаларҙың, каникулдары бөтһә лә, күңелдәре ҡанатлы – бер ауылда тиерлек йәшәһәләр ҙә , уҡытыусыларын һағынғандар, ана, ҡотларға тип, олпат-олпат ағайҙары ла килгән. Әле күптәре аңлай: был абзыйлары ниндәй ҙур кешеләр, улар яҡшы уҡығандары өсөн шундай данға өлгәшкәндәр. Тимәк, бер генә һығымта – яҡшы уҡырға, тырыш булырға кәрәк. Ҙур үҫкәс, улар ҙа Яҡшымбәт мәктәбенә ошолай ҡайтыр, уларҙы ла, ҙурлап, Һеҙ тип кенә өндәшеп, ҡаршы алырҙар – Һай, үҙебеҙҙең уҡыусыбыҙ ҡайтҡан, түрҙән уҙығыҙ.