Мәғариф
1 Сентября , 07:36

Проблема юҡ, барыһы ла һәйбәт

РПЛИ директоры Венер Сабанчин шулай тип аптыратты.

Проблема юҡ, барыһы ла һәйбәтПроблема юҡ, барыһы ла һәйбәт
Проблема юҡ, барыһы ла һәйбәт

Бөгөн был лицейҙа ла башланып киткән яңы уҡыу йылын тәбрикләп, ҡыңғырау яңғыраны. Бәхеттәре бар, линейкалары башланды, иһә, ямғыр шып туҡтаны.

РПЛИ хаҡында йәй буйы ишетеп йәшәнек, эштәре яҡшы бара, әле быны Венер Ришат улы ла раҫланы:

- Уҡыусыларҙы быйыл күп йыйҙыҡ, интернат 100 процентҡа тулды. Ырымбурҙар күптәр, Башҡортостандың башҡа райондарынан да күп килделәр, хатта Саҡмағоштан да бар. 

Тантана бөткәс, беҙҙе - ҡунаҡтарҙы - БПЛА кабинеты, көрәш залы буйлап йөрөттө, маҡтанырлығы, ысынлап та, байтаҡ. Барыһы ла шәп тә шәп тиһегеҙ, ниндәй проблемаларығыҙ бар?

- Беҙҙә бер проблема ла юҡ, балалар күп, уҡытыусылар коллективы бынамын тигән, беҙҙә бөтәһе лә шәп. 

Автор:
Читайте нас