Мәғариф
1 Сентября , 05:23

Ямғыр, шатлыҡ һәм сәскәләр

М. Исҡужин исемендәге прогимназияға беренсе класҡа быйыл 34 бала килә.

Ямғыр, шатлыҡ һәм сәскәләрЯмғыр, шатлыҡ һәм сәскәләр
Ямғыр, шатлыҡ һәм сәскәләр

Бигерәк бәләкәйҙәр әле, шулай ҙа, һоҡланып ҡарап торҙоҡ, теремектәр.

Был уҡыу йортонда быйыл бөтәһе 177 уҡыусы уҡыясаҡ.  Әмәлгә ҡалғандай, быға тиклем бимазаламаған ямғыры тап бөгөн яуырға булды, әммә уға иғтибар иткән кеше булманы- балалар ҙа, ата-әсәлә р ҙә башҡа уйҙарға – шатлыҡҡа күмелгән, сабыйҙары мәктәпкә бара, әлбиттә, аҙ-маҙ тулҡынланыу, борсолоу ҙа бар.

Ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа, бөтәһенә ҡушылып, ҡыуанды, үҙҙәренә бүләк тә бирҙеләр – шоколад һәм ҡәһеүә. Бындайҙы уҡ көтмәгәйнеләр. Ә мөғәллимәләрҙе балалар сәскәгә күмде.

Беренсе класҡа килгән малай-ҡыҙҙарҙы Тамара Әлиева етәкләп алып кереп китте, тап Тамара Рәкит ҡыҙы уҡытасаҡ был бәләкәстәрҙе.

Алдан яҙғаныбыҙса, М. Исҡужин прогимназияһына килгән һәр бала бәхетле була (Амин), был хаҡта прогимназия директоры Лена Ғәббәсова ла бөгөн әйтте: бәхетле бала саҡҡа рәхим итегеҙ, балалар!

Автор:
Читайте нас