Мәғариф
9 Сентября , 03:03

Онотолмаҫ шатлыҡтар

Яңы Таймаҫтағы байрамды фермер Рөстәм Ғайсаров тағы ла йәмлерәк иткән.

Онотолмаҫ шатлыҡтарОнотолмаҫ шатлыҡтар
Онотолмаҫ шатлыҡтар

Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһында Белем көнө ҙур тантанаға әйләнде. Быйыл был уҡыу йортоноң беренсе класына 6 бала килде (былтыр ни бары 1 уҡыусы ғына булған). Кескәйҙәрҙе йылы ҡанаты аҫтына алыусы остаз — Рүзилә Йәбир ҡыҙы Араптанова уларҙы мәктәп тормошоноң тәүге аҙымдарына әҙерләүҙә ҙур өмөт менән эш башланы. Фермер Рөстәм Ғайсаров байрамды тағы ла йәмлерәк иткән. Ул балаларҙы ҡотларға һәм уларға күтәренке кәйеф бүләк итергә тип, үҙ инициативаһы менән спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтте. Уның алып килгән бүләктәренән балаларҙың шатлығының сиге булманы. — Рөстәм Ғайсаровҡа балаларыбыҙға күрһәткән йылы мөнәсәбәте өсөн сикһеҙ рәхмәт. Уның бүләктәре кескәйҙәребеҙҙе ҡыуандырып ҡына ҡалмай, уларҙы белем алыуға тағы ла нығыраҡ ынтылыш менән рухландырҙы. Рөстәм Рәис улына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм эшендә ҙур-ҙур уңыштар теләйбеҙ. Шулай уҡ класс етәксебеҙ Рүзилә Йәбир ҡыҙын байрам менән ҡотлап, уға зирәклек һәм сабырлыҡ, ә балаларыбыҙға бик күп яҡшы билдәләр теләйбеҙ, - ти 1-се класс уҡыусыларының ата-әсәләре. Ошондай изге ғәмәлдәр — халыҡты берләштереүсе көс. Рөстәм Ғайсаровтың йомарт бүләктәре кескәй йөрәктәрҙә оҙаҡҡа онотолмаҫ эҙ ҡалдырыр.

Автор:
Читайте нас