

Кешеләр кеүек телдәр ҙә бер- береһенә яҡын, туған була. Беҙҙең туған башҡорт телебеҙ төрки телдәр ғаиләһенә ҡарай, ә төрки телдәр ике ҙур көнбайыш һун һәм көнсығыш һун төркөмдәренә бүленә.
Гимназияның 11-се класс уҡыусылары ҡунаҡтарҙы уҡыу йорто менән таныштырҙылар, остаз уҡытыусылары эш тәжрибәһе менән бүлештеләр. Халҡыбыҙҙың хазинаһы - "Урал батыр" ҡобайырын гимназия артистары оҫта сәхнәләштерҙе. Ата - бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған, телебеҙҙе күтәргән, данлаған, үҫтергән ҡобайыр ҡунаҡтар күңеленә хуш килде.
Гимназия етәксеһе Әнисә Сәғит ҡыҙы етәкләгән коллективы хаҡында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне. Гимназия уңыштары, еңеүҙәре менән стендтар аша ла танышырға мөмкин ине.
Осрашыу фәһемле, әүҙем үтте. Гимназия педагогтарына, хеҙмәтҡәрҙәренә матур осрашыу өсөн рәхмәтлемен.
Сания Кузбаева, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы.