Мәғариф
23 Октября , 07:24

Тегәбеҙ, былай булғас

Ермолаево коррекцион мәктәбендә бөгөн бик шәп ваҡиға булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тегәбеҙ, былай булғасТегәбеҙ, былай булғас
Тегәбеҙ, былай булғас

Бында теген машиналары алып ҡайттылар. Бөтәһе 5 машина. Был мәктәптә быға тиклем дә теген машиналары бар ине, әлбиттә, әммә былары бигерәк шәптәр, замансалар, үҙҙәре кешеһеҙ ҙә тегә, бесә ала икән.

Коррекцион мәктәптең директоры В. Заболотный барыһын ҡапҡа төбөндә үк ҡаршы алды, эшенә мөҡиббән кеше ул, бында уҡыған һәр 100-ән ашыу баланы үҙенеке һымаҡ күрә, уларҙың етешһеҙлектәрен, яңғылышыуҙарын, хаталарын да, уңыштарын да үҙенеке тип ҡабул итә. Һыуәйҙәләп, мәктәбе буйлап йөрттө Владимир Валентинович, бик шәп күргәҙмә әҙерләгәндәр, юҡ нәмә үҙе юҡ, район башлығы Лира Тереғолованың иҫе китте, хатта, түҙмәй, бер кәштә һымаҡ нәмәне үҙенең кабинетына заказать итте.

Теген машианаларын тотоп-тотоп ҡаранылар. Әйткәндәй, бындай бүләктәр Президент гранты ярҙамында алынған (проект авторы Дилә Батурина), хаҡы 800 мең һумдан ашыу. Парта артында ултырған тегенсе ҡыҙҙарҙың да, директорҙарыныҡы кеүек, шатлыҡтары йөҙөнә сыҡҡан:

 - Тегәбеҙ, былай булғас.  

Автор:
Читайте нас