Все новости
Өмәләр
15 Апреля 2023, 09:28

"Урамым минең"

Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылында бик матур сара үтте. 

"Урамым минең"
"Урамым минең"

Аллабирҙе мәктәбе быйыл да "Урамым минең" акцияһына дәррәү сыҡты. Мәктәп уҡытыусылары һәр ваҡыттағыса уҡыусылары бенән бергә ең һыҙғанып белем усағының тирә-яғын таҙартты.
Май байрамы алдынан уҙғарылған Аллабирҙе мәктәбенең "Урамым минең" традицион акцияһы һәр кемдең ишек алдын, үҙҙәре йәшәгән урамдарҙы таҙартыу, тәртипкә килтереү менән дә дауам итә. Бөйөк Павловтың Хеҙмәт кешене тыуҙырған! тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тормош иҫбатлай. Эш эшләй белгән бала белем алыуҙа ла алдынғы, тиҙ генә аңлап, төшөнөп бара. Бала саҡтан мәктәп менән бер булып, хеҙмәткә һөйөү, ихтирам тәрбиәләгән ата-әсәләр үҙҙәрененә бәхетле тыныс ҡартлыҡ әҙерләй.

Сания Кузбаева. Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы.

Автор:
Читайте нас: