Все новости
Өмәләр
31 Мая 2023, 13:02

Ил төкөрһә, күл була

“Юшатыр” гәзите аша ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙға ла мөрәжәғәтемде еткерергә булдым. 

Ил төкөрһә, күл була
Ил төкөрһә, күл була

...Үҙ яҡындарының ҡәберлектәрен тәртипкә килтермәгәндәргә оят тиер инем.
Күрше ауыл тирәләрҙә зыяраттарын матур итеп кәртәләп ҡуялар. Беҙ ҙә уларҙан өлгө алып ошо эште башҡарып сығырға планлаштырабыҙ. 200 метр тирәһе араны кәртәләргә кәрәк. Бының өсөн профилгә етәрлек аҡса бар, әммә евроштакетниктар алырға финансыбыҙ етеңкерәмәй. Һуңғы ваҡытта Рәмилә мәрхүмә Солтангәрәева рухына уҡытылған аяттарҙа йыйылған хәйер аҡсаларын да ошо ремонт эштәренә тип тапшырҙы халыҡ. Шулай уҡ Миңһылыу Фәтҡуллина 1 мең һум, Фәүзиә Солтангәрәева 1 мең һум, Радик Сәғитов 5 мең һум һәм Филүс Ҡобағошев 400 һум күләмендә аҡса тапшырҙылар...

Салауат СОЛТАНГӘРӘЕВ, Таймаҫ ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: