-11 °С
Снег
- Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ауыл булараҡ, ул 1795 йылда тарихҡа ингән. Ауылға беренселәрҙән булып, Ҡунаҡбайҙан күсеп, нигеҙ һалыусы Айсыуаҡ Үҙәнбаевтың исеме бирелгән (әйткәндәй, Ҡунаҡбайҙың Айтуған урамында йәшәүселәр ҡасандыр Айсыуаҡ ауылынан күсенеп ултырған). 1866 йылда бында 115 кеше йәшәһә, 1959 йылда ни бары 15 кеше генә ҡала. Айсыуаҡтың зыяраты ташландыҡ хәлдә ине. Был мосолмандарға хас күренеш түгел, халҡыбыҙ ҡәберлектәрҙе гел тәртиптә тоторға тырышҡан.
Шуға ла мин кемдәрҙең ата-бабалары ошо зыяратта ерләнгән һәм кемдең мөмкинлеге, теләге булған бөтәһен дә өмәгә саҡырҙым.
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫылды.