Өмәләр
30 Сентябрь 2023, 06:10

Ҡайтығыҙ!

Ҡотлоюлда иртәгә өмә була. 

Ҡайтығыҙ!Ҡайтығыҙ!
Ҡайтығыҙ!
Ҡотлоюл ауылы, күҙгә күренеп, йәшәрә. Тырышып, башҡаларҙан кәм ерем юҡ тип, һәр йәһәттән алдынғы булырға ынтылып йәшәй ауыл. 
Бына мәсеттәре лә төҙөлөп ята (фотоларҙа), башҡа, күҙгә, бәлки, бик салынып бармаған эштәр ҙә, бихисап башҡарылды. Әммә ауылда эш бөтмәй, бер ерен ямайһың, икенсе яғы һүтелә.
Иртәгә 9.30. сәғәттә ауылды өмә ойошторола. Барса ауылдаштар был изге эштә ҡатнашыр тип көтә ҡотлоюлдар. Ҡайтығыҙ, туғандар.  
Автор:
Читайте нас