Өмәләр
17 Октябрь 2023, 11:04

Айныҡ башта - аныҡ аҡыл

Ҡотлоюлдар тағын өмәгә сыҡҡан.

Айныҡ башта - аныҡ аҡылАйныҡ башта - аныҡ аҡыл
Айныҡ башта - аныҡ аҡыл
Көйөргәҙе райондағы был ауыл - донъялағы иң егәрле ауылдыр ул, ҡасан ҡарама, өмәгә сығалар. Теге аҙна ғына таҙартып йөрөйҙәр ине, тағы нимәһен таҙарталар икән тип аптырар инең, ауыл ҡатының мәшәҡәте бөтәме ни тигән ише, ауыл территорияһының да тәртипкә килтерер ерҙәре күп. Бөгөн ҡасандыр гөрләп торған балалар баҡсаһы ихатаһын йыйыштырғандар. Балалар тауышы бында күптән тынған, шуныһы ғына күңелгә моңһоулыҡ өҫтәй. 
Айыҡ ауыл улар, етмәһә. Тимәк.... Тимәк, көрәк, тырмалар менән бергә, плакат та мотлаҡ булырға тейеш. "Айныҡ башта - аныҡ аҡыл".
Артабан да айныҡ баш, аныҡ аҡыл менән гөрләшеп йәшәргә яҙһын һеҙгә, ҡотлоюлдар! 
Автор:
Читайте нас