Все новости
Өмәләр
3 Декабря 2023, 20:15

Ялсыҡайҙар ҡаҙ ярата

Кем был ауылды белә, шул раҫлар.

Ялсыҡайҙар ҡаҙ ярата
Ялсыҡайҙар ҡаҙ ярата

Ялсыҡайҙар малды күпләп тота, ҡош-ҡорттары етерлек. Бер ҡаҙға ғына ҡарап ултырмайҙар, әлбиттә, башҡаһы ла етерлек. Әммә иғтибар иткәнһегеҙҙер, ауылдың ана емереләм, бына емереләм тип торған күпере аша, ҡурҡа-ҡурҡа үткәндә, йылға буйы ҡаҙҙар менән туп-тулы икәнен күрергә була.
Йәй буйы йылғала ҡойонған ҡоштар өлгөрҙө. Әле ауыл халҡы туған-тыуамаса, күрше-күлән менән бергә ҡаҙ һуялар. Был эш - ябай ғына эш түгел, ә халыҡ йолаһы. Барыһы ла була бында, шаяртышыу, көлөшөү, йырҙар... Кисә Ялсыҡайҙа тап шулай булған, күңелле булған - эштәренең һөҙөмтәһен күреүҙән.

Автор:
Читайте нас: