+22 °С
Ямғыр


Илкәнәй ауылында уңған халыҡ йәшәй, өмәләр көн дә тиерлек гөрләп бара. Гүзәл менән Рәфис Күсмаевтар ғаиләһендә лә ҡаҙ өмәһе күңелле үткән.
- Йыл да күпләп ҡаҙ аҫрайбыҙ. Быйыл 50 ҡаҙ һуйҙыҡ. Алла бирһә, ҡош-ҡорттарыбыҙҙы иҫән-һау ашарға яҙһын. Өмәгә килгән ҡыҙҙарыма ҙур рәхмәт, аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын, - ти уңған хужабикә Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы.