-12 °С
Облачно
Көйөргәҙе районы буйынса үткәрелгән "Айыҡ ауыл" конкурсында. 50 мең һум аҡса, аҡсаға ҡушып, бер һарыҡ бирҙеләр. Тиҙҙән Зәк-Ишмәт ауылы Өфөгә юлланасаҡ - республика кимәлендә үҙҙәренең иң айыҡ ауыл икәнен иҫбатларға. Ә уңарсы ауылда тормош гөрләй. Кисә, күмәкләп, Ҡаҙ өмәһе үткәргәндәр. Бар йолаларҙы теүәл атҡарып үткәргәндәр өмәне, бар ҡатын-ҡыҙҙар милли кейем кейгән, йырлап-бейеп тә алғандар, ҡаҙҙарҙы, ишек алдында түгел, Көйөргәҙе йылғаһына төшөп йыуғандар. Йылғанан ҡайтышлай, ҡаҙ ҡауырыйҙарын юлға һибеп барғандар - үҙҙәренә лә, бар илгә лә муллыҡ, аҡ бәхет теләүҙәре ошо булған.