Ермолаево ауыл биләмәһе башлығы
Марина Букреева. Молокан менән Ҡунаҡбай - шәп халыҡ. Башлыҡ башы менән алдап ултырмаҫ, хәйер, быныһына үҙебеҙ ҙә гел инанабыҙ, ауыл бәләкәй, халыҡ аҙ тип моңайып йәшәгәндәрен күргән юҡ, мах бирмәй, башҡаларҙан ҡалышмай донъя көтәләр, һәр саранан да ситтә ҡалмайҙар.
Бына, бөгөн дә. Күмәге бер булып, өмәгә сыҡҡандар. Ауылдары бигерәк матур молокандарҙың, бынан ары тағы ла йәмләнеп китер.