Аҙ икән тиер кемдер, уныһы шулай, әммә ошо 50 өй, ҡайһы бер йөҙәрләгән йортло ауылдарҙы ла уҙҙыра. Ныҡ әүҙем, берҙәм халыҡ йәшәй бында. Ҡунаҡ икән, бергә, эшләргә икән, уныһы ла бергә.
Кисә өмәгә сыҡҡандар, зыяраттарын йыйыштырырға. Зыярат кәртәһен дә, берҙәмлектәре арҡаһында,
яңыртҡайнылар бер йылы. Хәҙер инде, барыһын тәртиптә тоторға кәрәк. Ә алда эштәр күп, пландар байтаҡ, яманғолдар барыһын да йырып сығасаҡ, әлбиттә, берҙәм халыҡ бит улар.