Все новости
Өмәләр
4 Ноября , 10:22

Әбйәлиловтар башланы

Яҡут ауылында гөрләп ҡаҙ өмәләре башланды.

Әбйәлиловтар башланы
Әбйәлиловтар башланы
 Ауыл халҡы өсөн үҙе бер, көҙгө муллыҡ байрамы инде ул.

Апай-еңгәләрҙең шаяртыу аша ғына эшкә өйрәтеүҙәре, ауыр ғына эштәрҙе лә уйын-көлкө менән еңел генә башҡарып эшләүҙәре күңелдәрҙә дәрт уята. Һуңғы ваҡытта бик күптәр тормош ауырлығына зарланыуға күсеп китте. Әммә эшләгән эшенән йәм, тәм табып йәшәгән кешенең зарланырға һис тә ваҡыты юҡ. Беҙҙең ауылда ла тырышып донъяһын көткән, эшсән, күпләп малын, ҡош-ҡортон аҫырап мул тормошта йәшәгәндәр күп. Бөгөнгө көндә ауылыбыҙҙа көндә тиерлек ҡаҙ өмәләре үтә. Кисә генә Рәүеф һәм Рәмзиә Әбйәлиловтар ғаиләһендә «Ҡаҙ өмәһе» үтте. Күркәм байрамды халыҡ йолалары буйынса ойоштороуға урындағы ағинәйҙәр ҡоро йәлеп ителде. Улар күмәкләшеп ауылдаштары Әбйәлиловтарға ярҙамға килде. Уңған ғаилә йәй буйына алтмыштан ашыу ҡош-ҡорт тәрбиәләгән. Ҡаҙҙар ҡышҡа тәпәй баҫты, ризыҡҡа яҙҙы, тип ҡыуаныша хужалар. Ҡаҙ өмәһе ғәҙәттәгесә халыҡ моңо менән үрелеп барҙы. Ағинәйҙәр уны тапҡыр һүҙҙәре, моңло йырҙары менән биҙәне. Бөгөн күпселек ауыл халҡы ҡаҙ үрсетеп, ҡош-ҡорт ите әҙерләүҙе, йолаға ярашлы ысын байрамға әүерелдерә. Ауылыбыҙҙа тағы күпләп ҡаҙ аҫыраған тырыш ғәиләләребеҙ аҙ түгел: Хәмдиә һәм Рәжәп Рәшитовтар – 70, Ғәфүр һәм Ғәфиә Кинйәбаевтар – 70, Әхәт һәм Миңсара Ишдәүләтовтар – 55, Гәүһәр һәм Хәсән Мирасовтар – 40, Эльвира һәм Рәмил Ялсыҡаевтар – 40, Азат һәм Венера Аҙнабаевтар - 30, Миңзәлә һәм Шәүкәт Мәсәғүтовтар 30 ҡаҙ үҫтергән. Әле тағы ла бик күп ғаиләләр ҡаҙ өмәләре үткәрергә йыйына.
Илдәр тыныс, имен торһон, ауылдаштарыбыҙ шулай һәр йылдағыса тырышып донъя көтһөн, «Ҡаҙ өмәләре» йыл да шулай булып торһон, халыҡ йолаларыбыҙҙан айырылмай, күңелдәргә дәрт, илһам өҫтәп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен.

ШӘҮРӘ ӘЛИБАЕВА, Яҡут ауылы
Рәүеф ӘБЙӘЛИЛОВ фотоһы

24 ноябрь, 2017 йыл. 

Автор:
Читайте нас: