Бөтә яңылыҡтар
Өмәләр
19 Апрель , 14:36

Түҙеп ята буламы һуң инде!

Һаумыһығыҙ, Юшатырҙар!

Түҙеп ята буламы һуң инде!
Түҙеп ята буламы һуң инде!

Бөтә ерҙә өмәләр гөрләгәндә, беҙҙекеләр түҙеп ята буламы һуң инде! Быйыл яҙ иртә килгәс, өмәләр ҙә иртәләне. Беҙҙең Түбәнге Баба ауылында йыл да май айы башында үткәрелә торғайны. Йыл да таҙалап торғас, әллә ни күп булманы быйыл сүп-сар. Юл ситтәрендә генә инде күпселеге, үтеп-һүтеп йөрөгән машиналарҙан ташлап китәләр. Әллә берәй билдә ҡуяһы микән ауыл осона? Рәхмәт ауылдаштарыма, ике әйтеп тормайһың, дәррәү генә сығалар, уңғандар, гел шулай булығыҙ! Малсылар ферма тирә-яғын таҙаланы, механизаторҙар мастерской яғын, буласаҡ мәсет эргәһендә лә эш ҡайнаны. Афариндар!

Земфира Вәлиева, Түбәнге Баба ауылы.

Автор:
Читайте нас: