-1 °С
Болотло
Ауылдарын яратып, уның өсөн өҙгөләнеп торған халыҡ йәшәй бында. Бер саранан ситтә ҡалмай ҡатнашып, берҙәм генә, үҙҙәренең матур донъяларында йәшәп яталар.
Кисә "Йәшел Башҡортостан" тигән акцияға һәммәһе ҡушылды, абдулдар был акция тураһында ишеттеме-юҡмы, мөһим түгел, улар барыһы ла өмәгә сыҡты. Абдулдар өсөн үҙҙәренең ауылы һәр саҡ йәшел. Йәшел - йәшәү төҫө.