Бөтә яңылыҡтар
Өмәләр
27 Апрель , 15:57

Зыяратта ятҡан шатланалыр

Хәйерле көн!

Зыяратта ятҡан шатланалыр
Зыяратта ятҡан шатланалыр

Төйлөгән районы Дәүләтҡол ауылы халҡы ауыл зыяратын таҙартыу маҡсатында ҙур өмә үткәрҙе.Өмәгә халыҡ дәррәү йыйылып, иҫке үләндәр, сүп-сарҙан мәрхүмдәрҙең мәңгелек йортон таҙарттты. Ауылдың имамы Эльберт Зөлҡәрнәй улы Идрисов ауылдаштарының тырыш хеҙмәтенән ҡәнәғәт. Дәүләтҡол имамының һәр башланғысын хуплап тора дәүләтҡолдар. Афарин, күршеләр! Зыяратта үткәрелгән субботникта ҡатнашҡан егеттәргә, ҡыҙҙарға Аллаһының рәхмәте яуһын. Бигерәк тә унда ятҡан мөьмин-мөъминәләрҙең рухтары таҙа, мосолман зыяратында ятҡандарына шатланаларҙыр, субботникты ҡатнашҡан егет һәм ҡыҙҙар ға бәхетле, шатлыҡлы оҙон ғүмерҙәр теләп яталарҙыр, тигән һүҙҙәр менән тамамланы оло өмәне Эльберт Зөлҡәрнәй улы.
Сания Ҡузбаева, Ырымбур өлкәһе Аллабирҙе ауылы

Автор:
Читайте нас: