Бик ҡыуаныслы хәл был, әлдә ошо Күңел нурҙары бар, йәһәт кенә йыйылып, шишмә бик алыҫта булыуына ҡарамаҫтан, әлдән- әле ошо шишмәне тәртиптә тотабыҙ.
Бик күңелле ошо тәбиғәт йәшеллекккә күмелгән ваҡытта, ялан күреп, шишмә сәйе эсеп, донъя хәлдәрен һорашып, әңгәмәләр ҡороп, эштән һуң ял итеп алыуы.
Эйе, ошо әхираттәребеҙ араһында береһе ошондай бик матур итеп тәрән фекер әйтте бөгөн;
Тыуған илен яратҡан кеше генә, ошондай тәбиғәте матур булған яландарына сығып, тәртип урынлаштырыр, киләр быуынға, саф шишмәләр ҡалдырыр- тип ихлас күңелдән әйтте.
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.