Бөтә яңылыҡтар
Өмәләр
4 Июнь , 14:45

Бөтә ғаиләһе менән өмәгә сыҡтылар

Ауылыбыҙ халҡы ике көн буйы зыяратты ҡамап бөтөп, сүп-сарҙан таҙартты.

Бөтә ғаиләһе менән өмәгә сыҡтылар
Бөтә ғаиләһе менән өмәгә сыҡтылар

Беҙҙең Аллабирҙе боронғо башҡорт ауылы, 1680 йылдарҙа ата-бабаларыбыҙ төйәк иткән. Зыяратты ҡамау эштәре үткән йыл башланды, ике йыл дауам итте. Ауылыбыҙҙың ир-егеттәре дәррәү эшкә тотондо, ҡатын-ҡыҙҙар тимер ҡамауҙы буяп барҙы. Аталы - уллы, бөтә ғаиләһе менән өмәгә сыҡты аллабирҙеләр. Ауылдан ситтә йәшәүселәр ҙә дөйөм эштән ситтә ҡалманы. Аҡса йыйыуға ла әүҙем булды халыҡ. Күмәкләгән яу ҡайтарған тиҙәр, мәңгелек йорт күркәмләнде. Әлибаев Закир Әлим улына рәхмәтлебеҙ, ике йыл барған дөйөм эште видеоға төшөрөп, ауыл сайтына һала барҙы.

Сания Ҡузбаева, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы

Автор:
Читайте нас: