Бөтә яңылыҡтар
Өмәләр
22 Август , 15:32

Күмәкләгән – яу ҡайтарған

Был эштә лә үҙҙәренең ярҙамынан Рәмил Мостафин етәкселегендәге "Искра" ауыл хужалығы айырманы. Фермерҙарыбыҙ Рауил Бикмаев, Илшат Исламғолов, Марс Саттаров һәм Венер Хәлитов та ярҙам ҡулы һуҙҙылар.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған

2019 йылдан алып республикабыҙҙа рәсми теркәлмәгән сүплектәр яйлап бөрөрөлә.
Беҙҙең Яҡшымбәт ауыл биләмәһендә 8 сүплек барлыҡҡа килгәйне. Шуларҙы бөтөрөү буйынса күп эштәр башҡарылды. 2022 йылда Яҙлау ауылында бындай сүплек бөтөрөлдө. Түбәнге Бабалар, Урге Бабалар, Көйөргәҙе, Абдул, Яҡуп, Ҡотлоюл ауылдарында 2024 йылда 6 сүплекте юк итеү буйынса эштәр алып барылды.
Рәсми теркәлмәгән сүплектәрҙең сүптәрен сығарыу һәм утилизациялау өсөн ауыл биләмәһе хакимиәте шәхси эшҡыуар Р.М. Минниханов менән килешеү төҙөнө. Ер өҫтөндә тороп ҡалған ваҡ сүп-сарҙы йыйыу өсөн өмәләр ойошторҙоҡ. Үткән йылда алты ауылда биш өмә үткәрҙек. Был ҙур эштәрҙе ойоштороуҙа "Искра" ауыл хужалығы етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафин ҙур ярҙам күрһәтеп торҙо. Өмәләрҙә ауыл халҡы, мәктәп, мәҙәниәт һаулыҡ һаҡлау, "Искра" хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм шулай уҡ фермерҙар, дин әһелдәре, төрлө ойошмалар дәррәү ҡатнашты.
Быйыл Яҡшымбәттәге рөхсәтһеҙ сүплете бөтөрөү эше тороп ҡалғайны. Сүпте сығарыу һәм утилизациялау өсөн 2 млн. һум аҡса бүленде. Подрядчиктың эштәре тамамлағандан һуң май айынан алып беҙҙә йыш ҡына өмәләр ойошторолоп торҙо.
Шулай итеп 11 экологик өмә үткәреүҙә яҡшымбәттәрҙән һәм бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренән тыш Абдул, Яҡуп, Яңы Юл, Ҡотлоюл, Яҙлау ауылдары халҡы ла ҡушылды. Шулай уҡ был эштә лә үҙҙәренең ярҙамынан Рәмил Мостафин етәкселегендәге "Искра" ауыл хужалығы айырманы. Фермерҙарыбыҙ Рауил Бикмаев, Илшат Исламғолов, Марс Саттаров һәм Венер Хәлитов та ярҙам ҡулы һуҙҙылар.
"Экологик өмәгә сығып ярҙам иткән биләмәбеҙ халҡына, ойошмаларға, учреждениеларға, фермерҙарға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Башланған эште тамамларбыҙ һәм беҙгә тағы ла күберәк Яҡшымбәт ауылы халҡы ярҙам итер, тип ышанам, сөнки бергәләп беҙ көс һәм тап беҙҙең берҙәм эшебеҙҙән тыуған ауылыбыҙҙың матурлығы тора", - ти Яҡшымбәт ауыл биләмһе хакимиәте башлығы Данир Хөсәйенов.
Гөлшат БИКМАЕВА,
Яҡшымбәт ауыл биләмһе хакимиәте эштәр идарасыһы

Автор:
Читайте нас: