

Ауылыбыҙ, юл буйҙары таҙарып ҡалды
Көн дә яҡшы булды, әсе ел булһа ла. Элекке идаралыҡ янында йәштәрҙең һыра һауыттары, шешәләр, тәмәке тыштары күп ине. Был ҡыйҙарҙы уларҙың ата-әсәһе йыйнағанын беләләрме икән улар...? Сүп ташламағыҙ, тип әйтеп торабыҙ... Бер ҡолаҡтан керә, икенсеһенән сығамы? Заманы шулаймы, ишетмәйҙәрме?
Контейнерҙарға ҡапҡастар кәрәк, сүп-сар оса, йә эттәр туҙҙыра, йыл да бер үк тамаша, ти халыҡ.
Трактор ҙа сығып өмәгә, кипкән үләндәрҙе тырматты.
Афарин, Аҡһарыларға тип әйтәһе генә ҡала...
Ғәлиә МИФТАХОВА