+7 °С
Облачно


Уны иҫтәлекле Ленин бабайҙың тыуған көнөндә ойошторҙоҡ. Тирә-яҡты таҙарттыҡ, матур булып, йәмләнеп ҡалды. Ошо араларҙа тағы ла сығып мәсетебеҙҙең эргәһен дә сүп-сарҙан таҙартырбыҙ тип һөйләштек. Өмәнән ситтә ҡалмаған ауылыбыҙҙәң егәрле ҡатын-ҡыҙҙарына, ир-егеттәребеҙгә рәхмәт әйтеп, һаулыҡ теләп ҡалам. Киләсәктә лә бергәләшеп күп өмәләр үткәрергә яҙһын.
Фәүриә ЙОСОПОВА, Үрге Бабалар ауылы