Өмәләр
24 Апреля , 09:48

Дәүләтҡолда эштәр күңелле, дәртле барҙы

Һаумыһығыҙ, юшатырҙар!

Дәүләтҡолда эштәр күңелле, дәртле барҙыДәүләтҡолда эштәр күңелле, дәртле барҙы
Дәүләтҡолда эштәр күңелле, дәртле барҙы

Ленин бабайҙың тыуған көнөндә Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Дәүләтҡол ауылы халҡы дәррәү өмәгә сыҡты. Ауыл мәсетенең имам - хатибы Эльберт Зөлҡәрнәй улы Идрисов етәкселегендә эштәр күңелле, дәртле барҙы. Ауыл мәсетенең тирә-яғын таҙартыуҙа хаҡлы ялдағылар һәм ауыл йәштәре әүҙем ҡатнашты. Эш бөткәс бергәләп сәй эстеләр. Ауыл клубы тирәһен таҙартыуҙа ололар менән бер рәттән балалар ҙа ҡатнашты. Беренсе Май байрамына тиклем дәүләтҡолдар ауыл зыяратын да рәткә килтерәсәктәр.

Сания Кузбаева, Ырымбур өлкәһе, Аллабирҙе ауылы. 

Автор:
Читайте нас