Был һорауға ябай тамашасы түгел, композиторҙар үҙҙәре лә яуап таба алмай. Биш минутта ғына яҙғайным, ул халыҡтың яратҡан йырына әйләнде лә китте тигәндәрен күп ишеткән булды.
Халыҡсан - был йырҙы яратып тыңлау тигәнде генә аңлатмай, уны мотлаҡ ҡунаҡтарҙа йырларға ла тейештәр - ҡунаҡта барыһы ла ҡушылып йырлап ултыра икән, тимәк, был йыр - халыҡсан.
Ризуан ағайҙың бөтә йырҙары ла шулайҙыр ул. "Илама, ярһыма, һин үҙең ғәйепле барһына" тип кем генә йырламаған? Һөйгәнең менән айырылышһаң, был хәлдә кем ғәйепле, әлбиттә, ул, мин түгел - тап кәрәк ергә төрттөргән йыр. Йәки, "Һағынғандар сабыр була, сабырҙар түҙә инде" тигән һүҙҙәр менән кем бәхәсләшер? Түҙәһең инде, ҡайҙа бараһың, башты элмәккә тығып булмай.
Быныһы һүҙҙәре. Һүҙе мәғәнәле булып та, көйө үтмәҫ тауар булыуы ихтимал. Р. Хәкимов музыкаһы һүҙҙең ҡәҙерен бермә-бер арттыра, ябай, ҡолаҡҡа ла, күңелгә лә ятышлы итеп кенә яҙа ла... Был йыр донъяға тарала.
Кисәге Күмертауҙағы концертта ла ҡушылып йырлап ултырҙылар. Линар мырҙа ла бында, ул - үҙебеҙҙең малай, уҡытыусылары күстәнәс тотоп килгән. Сәбәп уҡыусыларын, яратҡан йырсыларын күреү шатлығы ғына түгел, Линарҙың 25 майҙа тыуған көнө лә булды, ошо матур ваҡиғаға бәйләп тә ҡотланылар.
Концерт китте, йырҙары ҡалды. Тимәк, был кис үкенескә ҡалманы.
Уҙһың, әйҙә, уҙған ғүмер,
Ҡабатланмаһын.
Тик күңелдәр ҡанатланһын,
Ҡанат талмаһын.
Талмаһын ҡанаттарығыҙ,
Талмаһын әле.
Бөгөнгө көн үкенескә
Ҡалмаһын әле.