Все новости
Мәҙәниәт
8 Сентября 2022, 11:32

Маҡтауға лайыҡ егеттәр

Рәүеф Әбйәлилов, Яҡут мәҙәниәт йортоноң етәксеһе:

Маҡтауға лайыҡ егеттәр
Маҡтауға лайыҡ егеттәр

- Беҙ конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙек, һайлап алыу турын үттек, тик финалға барып булманы. Ара бигерәк йыраҡ бит, балалар ҙа бәләкәй. Үҙебеҙ барып ҡатнаша алмаһаҡ та, 1 – се дәрәжә лауреат исеме, Рәхмәт хаты алып ҡыуандыҡ, бының өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Ҡурайсы егеттәребеҙҙе маҡтап торабыҙ, халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы ҡурайҙы, халҡыбыҙ моңон үҙ иткән егеттәр үҫеүенә сикһеҙ шатбыҙ. Киләсәктә беҙҙе тағы ла бик күп конкурстар көтә. Шуларҙың береһе, 17 сентябрь Хайбулла районы Аҡъяр ауылында үтәсәк, Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған Республика ҡурайсылар конкурсы. Шул конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙек, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы тултырып ебәрҙек. Тик Юл мәсьәләһе генә туҡтатып тора, транспорт булырмы, юҡмы билдәһеҙ, шулай ҙа барырға тырышырбыҙ.

Маҡтауға лайыҡ егеттәр
Маҡтауға лайыҡ егеттәр
Автор:
Читайте нас: