Мәҙәниәт
9 Апрель 2023, 04:57

«Торатау моңо»

Кисә Ишембай мәҙәниәт һарайында «Торатау моңо» башҡорт хор коллективтары һәм вокал ансамблдаренең IV Асыҡ республика фестиваль-конкурсы үтте.

«Торатау моңо»«Торатау моңо»
«Торатау моңо»

Был сараға республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан барлығы 32 заявка ҡабул ителде - Дәүләкән, Миәкә, Архангель, Ишембай, Благовар, Федоровка, Балаҡатай, Туймазы, Илеш, Бәләбәй, Көйөргәҙе райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Учалы, Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан 500-гә яҡын ҡатнашыусы йыйылды.

«Торатау моңо» башҡорт хор коллективтары һәм вокал ансамблдаренең IV асыҡ республика фестиваль-конкурсын үткәреү өсөн Ишембай ҡалаһы осраҡлы һайланманы. Конкурс данлыҡлы яҡташыбыҙ - республикала билдәле хормейстер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» почет билдәһе кавалеры, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт илсеһе Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанованың башланғысы менән ойошторола.

Автор:
Читайте нас