Мәҙәниәт
17 Апрель 2023, 05:39

Йөрәктәрҙә ҡал

- Линар, һине күптән күргән юҡ, эштәрең нисек бара?

Йөрәктәрҙә ҡалЙөрәктәрҙә ҡал
Йөрәктәрҙә ҡал
Үткән аҙнала Линар Белыйҙы РПЛИла тап иттек, ул йыр конкурсын баһаларға тип килгәйне. Әлбиттә, йырланы ла, балаларҙе бер туйғансы бейетте. 
- Хәлдәр һәйбәт, юғары уҡыу йортона ингән инем - ташланым. Әле, Ризуан Хәкимов менән бергә, концерттар ҡуйып йөрөйөм. 
- РПЛИ һағындырамы?
- Һағындырмай ни, был мәктәпкә бәйле, бик күп йылы хәтирәләр ҡалған.
- Репертуарыңа кемдең йырҙары ингән?
- Күбеһе Ризуан ағайҙың йырҙары.
- Һинең аудиторияңды уртаса йәше нисә тиһәләр, нисек яуап бирер инең? 
- Әллә. Бәләкәй баланан алып оло кешегә тиклем. 
- Һине яратҡан тамашасы, моғайын, концерттан һуң бүләк бирәлер. Иң ҡыҙыҡ, хәтереңдә ҡалған бүләк ниндәй булды?
- Сибайҙа, тамашанан һуң, бер ҡыҙ ниндәйҙер ҡумта бүләк итте. Аҙаҡ асып ҡараһам, эсендә бесәй балаһы ята. Аптыраҡ, быны нимә эшләтергә? Йөрөтә торғас, бер ауылда, яңы хужа табып, ҡалдырып киттем. 
- Уңыштар һиңә, бер йырыңда йырланғанса, тамашсы йөрәгендә һиңә мәңгегә ҡалырға булһын. 
P.S. Линар тиҙҙән Күмертауға концерт менән килә.
Автор:
Читайте нас