Мәҙәниәт
24 Май 2023, 07:45

Мәскәүгә барып ҡайтҡандай

Беҙҙең күбебеҙ ҙур матур концерттарҙы ҡарауҙан мәхрүм.

Мәскәүгә барып ҡайтҡандайМәскәүгә барып ҡайтҡандай
Мәскәүгә барып ҡайтҡандай
Грандиоз тамаша, донъяға билдәле артист, оркестр, ансамблдәрҙең сығышын ҡарайым тип, Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа йәки Новосибирскийға китеп барамы берәйһе?
Кемдәр ысын сәнғәтте үҙ итә, шулар өсөн бөгөн оло ваҡиға булды - Күмертауҙың өсөнсө модель китапханаһында виртуаль концерт залы асылды. Ҡалала тәүге тапҡыр! Үҙәкләштерелгән китапхананың сираттағы еңеүе был, былар шәп икәндәр, мәгеҙ һеҙгә концерт залы тип береһе лә был бүләкте килтереп тоттормаған, улар конкурста еңгән. Мәҙәниәт милли проекты сиктәрендә башҡарылған эш был. 
Әле, ошо залды асырға тип, байтаҡ ҡына кеше йыйылды. Мәскәү менән бәйләнешкә инеп, симфоник әҫәр тыңлап алдыҡ, хәтәр инде, үҙең бында, бәләкәй генә ҡаланың бер китапханаһында, ултыраһың, ә хистәр шундай, әйтерһең, Мәскәү филармонияһының залына барып эләккәнһең.
Материал - киләһе һанда. 
Автор:
Читайте нас