

Эш йәштә түгел - йөрәктә, тап ошо һүҙҙәрҙе раҫлап йәшәй икән Татьяна. Ул беҙгә кисә кисләтеп кенә килеп инде. Ҡансырала йәшәйем, тине. Кейенеүенә ҡарағанда ауылда һыйыр һауып, сөгөлдөр утап йөрөгән апайға оҡшамаған.
- Ишембайҙа тыуғанмын мин, бала сағым Ҡырғыҙстанда үтте. Салауат ҡалаһында йәшәнек. Унда Салауатнефтеоргсинтез заводында эшләнем, Мәскәүҙә институт бөткәйнем... Иремә Күмертауҙа бушлай фатир биргәс, ошо ҡалаға күсеп килдек. Күптән инде. КүмАППла, Искра заводында, төрлө ерҙәрҙә эшләнек. Ирем Подземгазда эшләгәнендә уға ер участкаһы биргәйнеләр, Ҡансырала, бына ошо ауылда йорт һалып йәшәп ятыш.
- Ауылда рәхәтерәктер, ҡалаға ҡарағанда.
- Сәхрә. Сәскә еҫтәре, ҡоштар һайрауы, тынлыҡ... Кемгә тәтей әле бында бәхет? Мин үҙем экономист һөнәренә уҡыһам да, гел йырлап йәшәйем. Күмертауҙа вокал ансамблгә оҙаҡ йылдар йөрөнөм. Тик, ун йыл самаһы элек, списать иттеләр - ҡартайғанһың, имеш. Ҡансыраға йәшәргә күскәс кенә, район мәҙәниәте мине күреп ҡалды. Хәҙер Ҡансыра клубында ла, Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда ла йырлайым. Яңыраҡ Салауат ҡалаһына "Мин тормошто яратам" тип аталған фестивалдә ҡатнашып ҡайттыҡ. Ирем дә, әйткәндәй, шәп артист, ул гитарала уйнай. Гел хәрәкәттә икебеҙ ҙә, Аллаға шөкөр, һаулыҡҡа ҡайғырған юҡ. Бының сере нимәлә - БАД эсәбеҙ (апайыбыҙ бына-бына кеҫәһенән сығарып: һатып алығыҙ бынау БАДты, хаҡы ике мең һум ғына тип әйтер кеүек тойолдо. Әйтмәне). Телевизор ҡарамайбыҙ. Бер кеше әйткән: байҙарҙың йортонда ҙур китапхана булыр, ярлының өйөндә ҙур телевизор булыр.
Оятыраҡ булып китте - өйҙә ысынлап та, ҙур телевизор тора ла.
- Алға ынтылыш, маҡсат кәрәк, эш йәштә түгел, - Таня апайыбыҙҙың һүҙе бөтөрлөк түгел.
- Ә нимә етмәй һеҙгә бөгөн, барыһы ла һеҙҙең һәйбәт кеүек?
- Аҡса етмәй...
Бына был бәләкәс кенә деталь матур картинаны боҙа яҙҙы. Һаубулашҡан саҡта, шулай ҙа, апайға һаулыҡ һәм теләктәренең бойомға ашыуын теләнек - РФ Хөкүмәте, пенсияларҙы саҡ ҡына булһа ла арттырып булмаймы? Татьяна Богданованың һәм миллионлаған башҡаларҙың бәхете тулыраҡ булһын, уларҙың йырҙары тағы ла күңеллерәк яңғыраһын өсөн.
Әйткәндәй, Башҡортостанда уртаса пенсия хаҡы, әле генә һөйөнсө алдылар - 18 973 һум.
Ә дөйөм алып әйткәндә, Т. Богданова йылы хистәр ҡалдырҙы. Дәрте, дарманы, тормошҡа ғашиҡ булыуы менән.