Кәрәкһә, сиҙәм аҡтарырға һәләтлеләр. Бына әле клубтарын кәртәләп бөткәндәр. Юғиһә, ошоға тиклем, ситтән кеше килһә, оятыраҡ була ине. Ҡыҙҙар күҙләргә тип (Түкән ҡыҙҙары хәтәр сибәр), егет-елән килһә лә уңайһыҙ, әрпеш кешеләр йәшәй икән тиерҙәр йә.
Хәҙер барыһы ла рәхим итһен, кәртә лә, ҡыҙҙар ҙа матур.