Мәҙәниәт
6 Июнь 2023, 09:39

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Рәүеф АБДУЛЛИНды ҡотлайбыҙ!

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһенКөндәреңде шатлыҡ биҙәһен
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле туғаныбыҙ Рәүеф Тимерхан улы АБДУЛЛИНды күркәм юбилейы менәнә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ярҙамсыл, тырыш, аҡыллы, изге күңелле, кешелекле булған туғаныбыҙға ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, һаулыҡтың иң ныҡлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Артабан да тормош иптәшең Гөлгөнә менән әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып ауырымай, һыҙланмай, балаларың, туғандарың менән бергә оҙон ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Күңелең һис ҡасан борослоуҙар белмәһен, алтын ҡулдарың талмаһын, йортоғоҙҙоң ҡотон һаҡлап, бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Тыуған көнөң менән!
Иң изге теләктәр менән апайың Рәхилә, еҙнәң Мәлик Сынбулатовтар.

Автор:
Читайте нас