Мәҙәниәт
11 Июнь 2023, 07:19

Туҡтама

Гармунһыҙ һабантуй буламы ни?

ТуҡтамаТуҡтама
Туҡтама

Донъяла музыкаль ҡоралдар ныҡ күп, әммә беҙҙең халыҡ тап ошоноһон әллә ниңә үҙ иткән - гармун. Шатланһа ла, бойоҡһа ла уны ҡулына ала.
Кисәге Көйөргәҙе һабантуйында яңғыраны гармун моңдары. Колонканан доңғорлаған музыкаға ҡарағанда, ошоноһона ҡолаҡты нығыраҡ һалды барса халыҡ - ғүмерҙә лә кире әйләнеп ҡайтмаҫ йәшлек тауышы бит ул.

Кем йөрөй гармундарҙы тартып,
Яңғыҙ йортта һағыш уятып.
Әй, гармун, гармун, уйнама туҡта, 
Моңло йәнде илатма юҡҡа
тип һағыш менән йырланһа ла (ауылдар бөтөп бара, гармун тотҡаны ла һирәк), туҡтама тибеҙ. Уйна. Илат, йырлат. Күңелдәрҙе бушат. 
Автор:
Читайте нас